Все новости
Яңылыҡтар
3 Ноября 2017, 13:40

КРИМИНАЛЬ ХРОНИКА

Уҙған аҙнала район полиция бүлегендә тѳрлѳ хоҡуҡ боҙоу осраҡтары буйынса 16 ваҡиға теркәлгән. Был күләм ғәҙәттәге уртаса күрһәткестән ике тапҡырға кәмерәк. Бының шулай булыуына тик ҡыуанырға кәрәктер.

Уҙған аҙнала район полиция бүлегендә тѳрлѳ хоҡуҡ боҙоу осраҡтары буйынса 16 ваҡиға теркәлгән. Был күләм ғәҙәттәге уртаса күрһәткестән ике тапҡырға кәмерәк. Бының шулай булыуына тик ҡыуанырға кәрәктер.

Яра алынған, ҡапҡа емерелгән

7 кѳн арауығында 5 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ҡыуанысҡа, уларҙа тик бер кеше генә еңелсә яра алған, ә бына автомобилдәрҙең бѳтәһе лә механик зарарға дусар булған. Ҡайһы бер водителдәр ҡырын эш ҡылған урындан ҡасыу яғын ҡарай. Ермолаевоның Йәшел урамында йәшәүсе ир хәбәр итеүенсә, аҙна башында тѳндә билдәһеҙ шофер уларҙың ҡапҡаһы ныҡлығын тикшереп, артабан елдәй елгән.

Улар ҡайҙа икән?

Тормошта кешеләр туғандарын, таныштарын тѳрлѳ сәбәптәр менән эҙләй. Район үҙәгендәге М. Горький урамында кѳн күреүсе ҡатын полиция бүлегенә алимент түләтеү ѳсѳн ирен эҙләүгә ярҙам итеүҙе һорап мѳрәжәғәт иткән. Холмогор ауылынан 51 йәшлек гүзәл зат уның ѳйѳнән элекке кейәүенең 9 мең һумға яҡын аҡсаһын урлап ҡасыуы тураһында хәбәр иткән. Ә Айсыуаҡтағы Заслонов урамынан бер ҡатын белдереүенсә, уның 23 йәшлек туғаны 20 октябрҙә Мәскәүҙән ҡайтырға сыҡҡан һәм ғәйеп булған, телефондан бәйләнешкә сыҡмай икән.

Ҡунаҡ туҡмалып ҡайтҡан

Ауылдарҙа яҡын, таныш кешеләр араһында ғауғалашыуҙар, һуғышыуҙар әленән-әле булып тора. Һѳҙѳмтәлә аралар боҙола, шәхестәр бер-береһенә дошманға әйләнә. Аҙна башында Мәләүездә йәшәүсе ҡатын хәбәр итеүенсә, уны Яҡуп ауылында араларында гүзәл заттар ҙа булған тѳркѳм ағзалары туҡмаған. Был хәлгә ҡунаҡтың тыйнаҡһыҙлығымы әллә башҡа берәй нәмә сәбәп булдымы икән?

Мәҡәләне район полиция бүлегенән алынған мәғлүмәтте файҙаланып Урал ҠӘЙҮПОВ әҙерләне.


Читайте нас: