Все новости
Яңылыҡтар
3 Ноября 2017, 14:38

ҠЫУАНЫР КӘРӘК

Йыл да Башҡортостан Хөкүмәте район-ҡалаларҙың нисек эшләүенә йомғаҡ яһай - һөҙөмтәле эшләүҙе күрһәтеүсе әллә нисәмә позициянан баһалана ул.

Йыл да Башҡортостан Хөкүмәте район-ҡалаларҙың нисек эшләүенә йомғаҡ яһай - һөҙөмтәле эшләүҙе күрһәтеүсе әллә нисәмә позициянан баһалана ул. Торлаҡ төҙөү, юлдар, инвестициялар, эшҡыуарлыҡ, БДИ биреү, халыҡтың власть менән ҡәнәғәт булыу-булмауы. Былтыр беҙҙең район республикала 1 урынды алды (2015 йыл һөҙөмтәһе буйынса), ә быйыл былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса 6-сы урында. Күмертау ике йыл инде ҡалалар араһында 8 урынды бирмәй. Урын булғас, грамота ғына тоттороп ҡайтармайҙар, янында бүләк аҡсаһы ла була. Былтыр Көйөргәҙегә 23 миллион һум биргәндәре хаҡында гәзит биттәрендә күп тапҡыр сыҡты. Был аҡсаны чиновниктар үҙҙәренә премия, эш хаҡына тотона алмай, район депутаттары ризалыҡ бирһә, башҡа төрлө эштәргә йүнәлтә ала. Шул 23 миллион һумға ике машина хакимиәткә, өс машина силсәүиттәргә, алынды. Абдул мәктәбенә ремонтҡа бирелде, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһенә лә тотонолдо, автобус та алынды. Быйыл районыбыҙ төрлө күрһәткестәр буйынса 6-сы урын алды (2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса). 6-сы урын өсөн районға 5 миллион 520 мең һум бирәсәктәр. Был аҡсалар ҡайҙа китер, әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа ҡыуаныр кәрәк, урындар призлы, аҡса ла килә, тимәк, насар йәшәмәйбеҙ.
Читайте нас: