Все новости
Яңылыҡтар
10 Ноября 2017, 17:20

ЭЛЕКТРОН РӘҮЕШТӘ МӨМКИН

Ошоға ҡәҙәр тракторҙы теркәр өсөн һәм тракторсы-машинист танытмаһын алыу өсөн дәүләт техник күҙәтеүенә (гостехнадзорға) шәхсән рәүештә мөрәжәғәт итергә тейеш инеләр. Бының өсөн килеп, сират алып, көтөп ултырып, ҡулдан документтар тултырырға кәрәк ине. Әгәр берәй кәрәкле документың өйҙә тороп ҡалһа, был юлды тағы бер нисә тапҡыр тапарға тура килә.

Хәҙер үҙ аллы йөрөшлө машиналар хужалары, тракторсы-машинистар Көйөргәҙе районы буйынса дәүләт хеҙмәте алыу өсөн БР дәүләт хеҙмәттәре төбәк порталы аша электрон рәүештә ғариза биреү мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн Күп функциялы үҙәктәрҙә, Пенсия фондында һәм шулай уҡ ауыл советы хакимиәттәрендә ЕСИА-ға теркәлеп, тулы иҫәп яҙыуы алырға кәрәк буласаҡ.

Портал аша бирелгән заявканы дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы хеҙмәткәре тикшереп, хаталары булһа, алдан хәбәр итә. Һеҙгә тик электрон почта аша килгән хаттарҙы күҙәтеп кенә барырға тура киләсәк. Күрһәтелгән ваҡытҡа сиратһыҙ ғына килеп, ҡулдан бер ниндәй документ та тултырмайынса дәүләт ярҙамы аласаҡһығыҙ. Шулай итеп дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһына һеҙгә шәхсән бер тапҡыр ғына барыу ҙа етә.

Бөгөн төбәк порталы аша теркәү эштәре һәм тракторсы-машинист һөнәренә имтихан биреп, танытма алыу өсөн заявкалар ебәреп була. Уның адресы: https://gosuslugi.bashkortostan.ru/

Н.В. БУЛГАКОВ,
Көйөргәҙе районы буйынса дәүләт техник күҙәтеүенең төп дәүләт инженер-инспекторы

Читайте нас: