Все новости
Яңылыҡтар
10 Ноября 2017, 16:18

КҮРШЕЛӘРҘӘ УҠЫТЫЛАСАҠ

Татарстан Республикаһында татар телен, дәүләт теле һәм республикаға исем биреүсе милләт вәкилдәренең туған теле булараҡ, уҡытыу мотлаҡ буласаҡ.

Татарстан Республикаһында татар телен, дәүләт теле һәм республикаға исем биреүсе милләт вәкилдәренең туған теле булараҡ, уҡытыу мотлаҡ буласаҡ.

Күрше республикала һәр бала милли телде аҙнаһына ике сәғәт өйрәнәсәк. Был турала ошо көндәрҙә республика властары хәл иткән. Шул йәһәттән Рәсәй Мәғариф министрлығы менән килешелгән, тинеләр. Кремль шунда уҡ ул хаҡта, телдәрҙе уҡытыуҙы төбәктәр үҙҙәре хәл итә, тине.

Аптыраҡ: бер ил, бер үк халыҡтар, әллә закондар төрлө ерҙә төрлөсә, әллә үҙебеҙ аҡылға бер төрлө.

Т. АБДРАХМАНОВ
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: