Все новости
Яңылыҡтар
10 Ноября 2017, 16:13

ӘЛЛӘ ЭСМӘЙ БАШЛАНЫ

Статистика быйылғы 9 ай эсендә кем күпме эскәнен иҫәпләп сығарған.

Статистика быйылғы 9 ай эсендә кем күпме эскәнен иҫәпләп сығарған. Республикала иң күп итеп араҡыны Октябрьский ҡалаһы эскән (бер ауыҙға 10,1 л.), артабан Өфө һәм Ағиҙел ҡалалары килә (9,7 л). Беҙҙең Күмертау ҙа башҡаларҙан эскелектә ҡалышмай - беҙ почетлы өсөнсө урында, йыл башынан ҡалала бер кеше ауыҙына 6,3 литр зәм-зәм ҡойолған.

Райондарҙы айырым иҫәпләгәндәр, ауылдағы эселгән араҡы күләме буйынса чемпион - Дүртөйлө районы, бында 9 ай дауамында йән башына 8,6 литрҙы һуҡтырғандар. Көйөргәҙелә әллә кеше эсмәй башланы, әллә эсергә эшкингән кеше ҡалманы, әллә араҡыны магазиндан алмай күршенең самопалын алабыҙ - бер тамаҡҡа ни бары 3 литрҙы йомдорғанбыҙ.
Читайте нас: