Все новости
Яңылыҡтар
14 Ноября 2017, 19:32

ҒАИЛӘЛӘР БӘЙГЕҺЕ ШӘП БУЛМАҠСЫ

Был шәмбелә «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында «Йәш ғаилә — 2017» район конкурсы уҙғарыла.

Был шәмбелә «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында «Йәш ғаилә — 2017» район конкурсы уҙғарыла. Бында Боҫҡановтар (Яҡшымбәт с/с), Темуршоевтар (Бахмут с/с), Ниғмәтовтар (Ермолаево с/с), Исмәғиловтар (Илкәнәй с\с), Ғәниевтар, (Ермолаево с/с), Ҡәҙерғоловтар (Мораптал с/с) ҡатнашасаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылға бәйге башҡа йылдарҙағынан айырмалы, икенсерәк буласаҡ. Шулай итеп, ғаиләләр бәйгеһе 18 ноябрҙә, көндөҙгө сәғәт 5-тә башлана. Әйткәндәй, «Юшатыр» гәзите бында жюри булараҡ ҡатнаша.
Читайте нас: