Все новости
Яңылыҡтар
17 Ноября 2017, 19:04

КЕҪӘҺЕНӘ ҺАЛҒАН

Күмертау ҡалаһы магазиндарының береһендә баш бухгалтер вазифаһын тартҡан 54 йәшлек ҡатын эш кассаһынан 400 мең һум күләмендә аҡса урлаған.

Күмертау ҡалаһы магазиндарының береһендә баш бухгалтер вазифаһын тартҡан 54 йәшлек ҡатын эш кассаһынан 400 мең һум күләмендә аҡса урлаған.

Был йылғырбикә иҫәп-хисап документтарын “яһаған”. Шулай уҡ предприятие иҫәбенән үҙенең коммуналь хеҙмәттәре өсөн йыйылып киткән 42 мең һум бурысын түләгән. Ҡатындың магазин аҡсаһын алыуы эске тикшереүҙәр ваҡытында билдәле булған. Хәҙер был предприятие хеҙмәткәренә ҡарата хоҡуҡ һаҡлау органдары, “Ҙур күләмдәге аҡсаны үҙләштереү” һәм “Иҫәп-хисаптар ваҡытында ҡануниәтте боҙоу” статьяларына ярашлы, енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ғәйепләнеүсе ханым, әлбиттә, кеҫәһенә һалған аҡсаларҙы тулыһынса предприятиеға ҡайтарып биргән, ләкин был уны ғәҙел хөкөмдән азат итмәй.
Читайте нас: