Все новости
Яңылыҡтар
21 Ноября 2017, 14:29

БЕҘҘЕ ЮҒАЛТМАҒЫҘ

Мәҙәниәт, ваҡытлы матбуғат өлкәһенә бәйле оптималләштереүҙең еле редакциялар тормошона йоғонто яһамай ҡалмай. Бындай күренеш «Юшатыр» гәзите редакцияһын да урап үтмәне.


Мәҙәниәт, ваҡытлы матбуғат өлкәһенә бәйле оптималләштереүҙең еле редакциялар тормошона йоғонто яһамай ҡалмай. Бындай күренеш «Юшатыр» гәзите редакцияһын да урап үтмәне.

Ошо көндәрҙә редакция коллективы Күмертауҙың Ғафури урамы, 26 адресынан, йәғни Күмертау ҡала типографияһы бинаһынан Комсомол урамы, 35 адресына, «Кумертауское время» гәзите редакцияһы бинаһына күсте.

Редакция аша гәзиткә яҙылған уҡыусыларыбыҙ, шулай уҡ хат, ҡотлау һәм иғландар бирергә теләүселәр, «Юшатыр» гәзитенә яңы адрес буйынса килеүегеҙҙе һорайбыҙ. Гәзит редакцияһы элекке урынынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан. Әгәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури һәйкәле янына барһағыҙ, ул һеҙгә башҡорт гәзите редакцияһының ҡайҙа икәнлеген шунда уҡ төртөп күрһәтер. Быныһы шаяртып ҡына әйткәндә, әлбиттә.
Читайте нас: