Все новости
Яңылыҡтар
21 Ноября 2017, 16:24

КҮТӘРЕП АЛАЙЫҠ

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Тел – халыҡ күңеле” тигән сара иғлан ителә. Уны йыл һайын бөтә ауыл һәм ҡалаларҙа 12 декабрҙә үткәрергә тәҡдим ителә. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр Тыуған ер, Ватан йәки туған тел тураһында шиғырҙар һөйләй. Нәфис һүҙ оҫталары сығыштары милли кейемдә һәм музыка оҙатыуында алып барылырға тейеш. Шиғырҙарҙы башҡорт, рус йәки Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар телдәрендә һөйләргә була. Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, яңы акцияны күтәреп алайыҡ.

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Тел – халыҡ күңеле” тигән сара иғлан ителә. Уны йыл һайын бөтә ауыл һәм ҡалаларҙа 12 декабрҙә үткәрергә тәҡдим ителә. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр Тыуған ер,Ватан йәки туған тел тураһында шиғырҙар һөйләй. Нәфис һүҙ оҫталары сығыштары милли кейемдә һәм музыка оҙатыуында алып барылырға тейеш. Шиғырҙарҙы башҡорт, рус йәки Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар телдәрендә һөйләргә була. Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, яңы акцияны күтәреп алайыҡ.

Күмертау ҡалаһы ла “Тел – халыҡ күңеле” акцияһына ҡушыла. Акция 12 декабрҙә түбәндәге адрес буйынса үтә: Күмертау ҡалаһы, Еңеүҙең 40 йыллығы урамы,32, 3-сө китапхана филиалы.

Башланыу ваҡыты: 12.00

Акцияла ҡатнашыу өсөн заявкалар 11 декабргә тиклем электрон почта аша ([email protected] ) йәки Күмертау ҡалаһы, К. Маркс урамы, 24-се йорттағы Үҙәк китапханала ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8(34761) 4-20-08, 4-19-54.
Читайте нас: