Все новости
Яңылыҡтар
21 Ноября 2017, 14:37

ВЫШКАҒА ЛА ЕТЕШКӘНДӘР

Беҙ күп кенә ауылдарҙа сотовый тотмай тип яҙған булабыҙ (кемдер тауға менә, кемеһелер бәҙрәф башына), бында телефон тотҡан ерҙәрҙә лә бәйләнеш проблемалары килеп сыға.

Беҙ күп кенә ауылдарҙа сотовый тотмай тип яҙған булабыҙ (кемдер тауға менә, кемеһелер бәҙрәф башына), бында телефон тотҡан ерҙәрҙә лә бәйләнеш проблемалары килеп сыға.

Яңыраҡ ҡына әллә кем Яңы Ямаш ауылы янындағы «Мегафон» кәрәҙле телефон бәйләнешен тәьмин иткән ҡоролманың 8 аккумляторын урлаған. Бәлә яңғыҙ йѳрѳмәй, тигәндәй ошо кѳндәрҙә Айсыуаҡ ауылы эргәһендәге шундай уҡ вышкаға ла матди зыян килтерелгән. Бәйләнеш ойошмаһы хеҙмәткәре әйтеүенсә, тәүге урлашыу осрағы 2,5 ай элек булған. Ошо ҡәҙәр Яҡут ауылы янындағы вышканан да аккумуляторҙарҙы «һыпыртҡайнылар». Күрәһең, ниндәйҙер бер шайка эш итә, тик ниңәлер тота алмайҙар уларҙы. Просто ҡыҙыҡ: ул аккумулятор ныҡ ҡыйбатмы икән ни, урларлығы булғас?
Читайте нас: