Янғын яман нәмә, бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тип тиккә әйтмәгәндәр. Ярар ҙа ялҡынға сәбәпсе кешенең ут менән һаҡ ҡыланмауы йәки ҡағиҙә боҙоуы булһа. Ҡарэслек, үс тигән нәмәләр ҙә сәбәп була ут сығыуға беҙҙә. Йылына бер нисә тапҡыр кемдер икенсе кешенең мөлкәтенә үрт һала. 16 ноябрҙең һалҡын, дымлы кисендә (сәғәт ун икенсе яртылар тирәһендә) Илкәнәй ауылында йәшәүсе бер хужаның бесәненә ут ҡаба. Йәй буйы яфаланып сапҡан бесәне тиҙ арала юҡҡа сыға. Барлығы 7 трактор арбаһы бесән ташып ҡуйған булған хәстәрлекле кеше. Янғын һүндереүселәр утты һүндерә, әлбиттә, тик, әйтеүебеҙсә, тороп ҡалған бесән эшкинерлек түгел. Үрт һалыу – үс алыуҙың һәйбәт ысулы, тип уйлайҙыр кемдер (янғындың башҡа сәбәбе булыуы мөмкин түгел, ти пожарниктар), әммә китапта яҙылғанса, кешегә соҡор ҡаҙыма, тигән һүҙ ҙә бар. Ут менән шаярһаң, үҙеңде лә бер саҡ бешереп ҡуйыуы ихтимал.
Бәндә аңлар ҙа ул, бәлки, нимәгә унан үс алғандарын, бына аҙыҡһыҙ ҡалған һыйырға кеше хөсөтлөгөн нисек аңлатырға?