Все новости
Яңылыҡтар
24 Ноября 2017, 18:10

100 ЙЫЛЛЫҠҠА АРНАЛДЫ

15 ноябрҙә Өфөлә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт автономияһын иғлан итеүҙең 100 йыллығына арналған «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең төҙөлөүе һәм үҫеше: 100 шәхес» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Унда Кинйә Арыҫланов исемендәге музей хеҙмәткәре Харрас Биктимеров һәм мин ҡатнаштыҡ.

Бында күбеһенсә һүҙ 100 йыллыҡ юбилейға арнап үткәрелергә тейешле саралар хаҡында барҙы. Финанс ярҙам һорап эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итеп, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында иҫтәлекле таҡталар ҡуйыу, билдәле шәхестәрҙең туғандары менән осрашыуҙар, тематик кисәләр ойоштороу кәрәклеген белдерҙеләр. Шулай уҡ туған телдәр уҡытыу, гәзиттәргә яҙылыу проблемалары буйынса ла фекер алышыуҙар булды.
Читайте нас: