Все новости
Яңылыҡтар
24 Ноября 2017, 17:59

АҒИНӘЙҘӘР БАШЛАНЫ

Үрге Бабалар ағинәйҙәре, һәр береһе бешеренеп, матур һәм мул табын әҙерләп, Фәүриә Йосопова етәкселегендә бар ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын, Көйөргәҙе, Яҡшымбәт ауылдары ағинәйҙәрен саҡырып, Әсә көнө байрамын үткәреүҙе районыбыҙҙа беренселәрҙән булып башланы.

Бүләкбикә Ялсығолова әсәйҙәр тураһында матур шиғырҙар һөйләне, сараға килеүселәр әсәйҙәр тураһында йырҙар йырланы. Шулай күңел асып, ҡунаҡ булып, бик тә ҡәнәғәт ҡалып таралышты гүзәл заттарыбыҙ.

Шул уҡ көндө Үрге Бабалар ауылы ағинәйҙәре быйыл Өфө йылға училищеһын яҡшы билдәләренә генә тамамлаған ауылдаштары Ривал Хәлитовты ҙурлап армияға оҙатты.

М. ИСКӘНДӘРОВА
Яҡшымбәт ауылы

Читайте нас: