26 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында Шәл байрамы үтәсәк. Былтыр районыбыҙ ошондай байрамда 2-се урынды яулағайны. Республикабыҙҙа ярайһы уҡ популярлыҡ яулаған был сараға яҡташтарыбыҙҙы быйыл да саҡырҙылар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы, төрлө кимәлдәге депутаттар, хөкүмәт ағзалары ҡатнашасаҡ байрамда районыбыҙҙың шәл бәйләү оҫталарынан тыш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә барасаҡ.