Все новости
Яңылыҡтар
28 Ноября 2017, 16:23

«БАЛА ШАТЛЫҒЫ — ӘСӘ ШАТЛЫҒЫ »

24-се ноябрҙә Яҡшымбәт ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында Әсә көнөнә арналған «Бала шатлығы — əсə шатлығы» тигән бик матур, күңелле кисә үтте. Өлкән тәрбиәсе Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы Әлимбәкова һәм дә йөҙҙәрендә ҡояш нуры балҡыған һымаҡ балалар беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алды. Кескәйҙәрҙең сығыштары алдынан Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы улар тураһында видеоматериал тәҡдим итте.

24-се ноябрҙә Яҡшымбәт ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында Әсә көнөнә арналған «Бала шатлығы — əсə шатлығы» тигән бик матур, күңелле кисә үтте.

Өлкән тәрбиәсе Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы Әлимбәкова һәм дә йөҙҙәрендә ҡояш нуры балҡыған һымаҡ балалар беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алды. Кескәйҙәрҙең сығыштары алдынан Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы улар тураһында видеоматериал тәҡдим итте.

Матур биҙәлгән бүлмә, унан да сибәрерәк кейенгән ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө-төрлө ҡыҙыҡ индивидуаль, коллектив сығыштар күрһәтте. Шиғыр һөйләү оҫталыҡтары, бейеү матурлыҡтары менән һоҡландырҙылар. Моңло йырҙар был сарала һис өҙөлөп торманы. Әсәйҙәр һәм дә балалар өсөн сюрприз мәле оҡшаны. Мәҫәлән, гимнастика элементтары менән Зарина Сабирова һоҡландырҙы, Азалия Әбсәләмова менән уның әсәһе Гүзәл Әхәт ҡыҙы Әбсәләмованың фокустары бик ныҡ оҡшаны. Әсәйҙәр ҙә буш ҡул менән ҡайтып китмәне, балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән сәскәләр гөлләмәһе уларҙың күңеленә хуш килде. Барлыҡ ҡунаҡтар ҙа, әсәй-өләсәйҙәр ҙә ҡыуанып, шатланып, рәхмәттәрен әйтеп, изге теләктәрен теләп таралышты.

Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы сараны матур шиғыр менән йомғаҡланы:

Ерҙәге бөтә әсәләр

Оҙон ғүмерле булһын.

Бала булған һәр йортобоҙ

Йылылыҡ менән тулһын.

Яҡшымбәт ауылы әсәй-өләсәйҙәре

Читайте нас: