Уҙған йомала район хакимиәтендә «Республика ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү, килем туплаусы проекттар моделдәрен ҡулланыу» тигән темаға кәңәшмә уҙғарылды. Республиканың ауыл хужалығы министрлығы һәм ауыл хужалығы консультация үҙәге тарафынан ойошторолған сарала тиҫтәгә яҡын райондан мәғлүмәт-консультация үҙәктәре етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре, КФХ башлыҡтары һәм кооперация хәрәкәтенә әүҙем ҡушылыусы ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.