Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһының 25 йыллығы уңайынан Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры» XXI Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы уҙҙы. Унда 22 ҡатнашыусы 12 номинацияла билдәләнде. Көйөргәҙе районында итле ярымфабрикаттар етештереүсе яҡташыбыҙ, эшҡыуар Елена Зарубина «Ышаныслы партнер» номинацияһы еңеүсеһе тип табылды.