Все новости
Яңылыҡтар
28 Ноября 2017, 16:32

МАҺИРЛЫҒЫН КҮРҺӘТТЕЛӘР

Ошо көндәрҙә Башҡорт социаль технологиялар институтында «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең VII Халыҡ-ара конкурсы уҙғарылды.

Ошо көндәрҙә Башҡорт социаль технологиялар институтында «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең VII Халыҡ-ара конкурсы уҙғарылды. Унда башҡорт халҡының данлы эпосын Тыуған илебеҙ телдәрендә генә түгел, ә башҡа сит телдәрҙә лә һөйләүселәр ҡатнашты. Был мәртәбәле конкурста Аҡһары мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Элида Ҡунафеева һәм Бөгөлсәндән 6-сы класс уҡыусыһы Анна Агуреева ла үҙҙәренең маһирлығын күрһәтеп, ҡатнашыусы сертификатын алып ҡайтты.
Читайте нас: