Все новости
Яңылыҡтар
5 Декабря 2017, 13:39

ҠАҺАРМАН УЛДАРЫ ЕРМОЛАЕВОЛА

Көйөргәҙе районы китапханаһына Дан ордены кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновтың Сәмәрҡәнд ҡалаһында йәшәгән Ринат һәм Тула ҡалаһында йәшәгән Ришат улдары килеп ҡайтты.

Көйөргәҙе районы китапханаһына Дан ордены кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновтың Сәмәрҡәнд ҡалаһында йәшәгән Ринат һәм Тула ҡалаһында йәшәгән Ришат улдары килеп ҡайтты.

Улар бында һаҡланған фотоһүрәттәрҙе, документтарҙы ҡарап, аталары тураһындағы хәтирәләрҙе иҫкә алып ултырҙы һәм уның һуғыштан һуңғы тормош юлы хаҡында бәйән итте.

Ялсыҡай ауылы егете Хөрмәт Хәмзә улы 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына, ә 1942 йылда һуғышҡа алына. Фронтта ул пулеметсы ла, командир ҙа була. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул 3-сө дәрәжә Дан ордендары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1948 йылда Хөрмәт Хөсәйенов Сәмәрҡәнд ҡалаһына күсеп китә һәм шунда йәшәй. Бында ла һынатмай ул һәм «Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре», «Сәмәрҡәнд ҡалаһының Почетлы гражданы» тигән исемдәргә лайыҡ була.
Читайте нас: