Все новости
Яңылыҡтар
5 Декабря 2017, 14:53

БЫЙЫЛ БЕҘ 6-СЫ

Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов Өфөнән сертификат алып ҡайтты.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов Өфөнән сертификат алып ҡайтты. 2016 йылдың урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенең күрһәткестәре буйынса 42 ауыл муниципаль райондары араһында Көйөргәҙе районы 6-сы урынды алды (был турала яҙҙыҡ). 2015 йыл һөҙөмтәләре тағы ла яҡшыраҡ ине: беҙ былтыр 1-се урында инек, һәм бының өсөн районға 23 миллион һум грант биргәйнеләр. Быйылғы алтынсы баҫҡыс өсөн 5,5 млн һум бирелә. Былтырғы йылдың аҡсалары ҡайҙа киткәне хаҡында мәғлүмәт булды гәзиттә, быйылғы 5 млн. ярым һум аҡса ла иң мөһим эштәргә йүнәлтеләсәк. Мәҫәлән, район спортсылары өсөн саңғылар кәрәк. Уларға 600 пар саңғы алырға Әхәт Ҡотлоәхмәтов фатихаһын бирҙе лә инде. Ҡалған аҡса ла әлеге көндә иң мөһим тип табылған мәсьәләләрҙе хәл итергә йүнәлтелер, тип ышанабыҙ.

Әйткәндәй, Күмертау ҡалаһы былтыр ҙа, быйыл да йыл йомғаҡтары буйынса аҙаҡҡы 8-се урында килә.
Читайте нас: