Ниһайәт ошо көндәрҙә Зәк-Ишмәт — Таймаҫ юлын ремонтлай башланылар. Быйыл унда 3,8 км арауыҡты йүнәтәсәктәр. Был юл өсөн республиканан 10 миллион аҡса бүленгән. Әлеге көндә унда эштәр гөрләй. Ремонтты «Башкиравтодор» йәмғиәте башҡара. Субподрядсы булараҡ Азамат Яҡшыбаев етәкләгән «Лесагротранс» йәмғиәте ҡырсынташты Күгәрсен районынан ташый. Ҡыйбатҡа төшһә лә, юл, булғас-булғас, сифатлы булһын, тип тырыша улар. Шулай итеп, тиҙҙән Зәк-Ишмәт — Таймаҫ юлын танымаҫбыҙ ҙа һәм был юлдан машиналар елдертеп кенә торор инде.