Все новости
Яңылыҡтар
5 Декабря 2017, 14:45

ТӘБИҒӘТ – ҒИЛМИ ЭҘЛӘНЕҮҘӘРҘӘ

3-сө БРГИ-ла «Тәбиғәтте һаҡлау – тыуған илеңде һаҡлау» тигән дәрес-конференция уҙҙы.

3-сө БРГИ-ла «Тәбиғәтте һаҡлау – тыуған илеңде һаҡлау» тигән дәрес-конференция уҙҙы. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Филүзә Харрасова ойошторҙо. Экология йылына арналған сарала БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан филология фәндәре кандидаттары Миләүшә Арыҫланова менән Саимә Әғзәмова ла ҡатнашты. Уҡыусылар дәрестә үҙҙәренең эссе, эҙләнеү эштәре менән таныштырҙы, яттан шиғырҙар һөйләне. Аҙаҡ иң уңышлы эҙләнеү эштәренә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Эҙләнеү эштәре араһында Карина Йәнбирҙина - I, Альмира Шәрипова - II, Арина Рахманғолова III урын яулаһа, шиғырҙар бәйгеһендә Азалия Ялсыҡаева - I, Гөлназ Маликова - II, Салауат Алтынсурин III урынға һәм Рәлиф Ғәлиев Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Уларҙың барыһына ла БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: