Все новости
Яңылыҡтар
5 Декабря 2017, 14:41

ТЕЛӘГӘНДӘРГӘ – ХӘРБИ БЕЛЕМ

БР-ҙың Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты РФ Оборона министрлығының хәрби белем биреү учреждениеларына беренсе курсҡа уҡырға кандидаттар йыя. Улар 2018 йылда урта һөнәри белем һәм юғары белем биреү программалары нигеҙендә көндөҙ уҡый башлаясаҡ. Уҡырға урта белемле РФ граждандары бюджет нигеҙендә ҡабул ителә.

Уҡыуҙы уңышлы тамамлағандарға диплом һәм «лейтенант» («сержант») званиеһы бирелә, йәш белгестәр гарантияланған эш урыны менән тәьмин ителә.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: БР-ҙың Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты, 10-сы кабинет, тел.: 4-46-03, 4-01-14.
Читайте нас: