Все новости
Яңылыҡтар
8 Декабря 2017, 14:01

КРИМИНАЛЬ ХРОНИКА

Район биләмәһендә ноябрҙең икенсе яртыһы тѳрлѳ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса хәл башҡа ваҡыт арауығынан әллә ни айырылмай: элеккесә урлашыу, мутлашыу, кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата физик кѳс ҡулланыуҙары тураһында хәбәрҙәр күп кенә.

Район биләмәһендә ноябрҙең икенсе яртыһы тѳрлѳ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса хәл башҡа ваҡыт арауығынан әллә ни айырылмай: элеккесә урлашыу, мутлашыу, кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата физик кѳс ҡулланыуҙары тураһында хәбәрҙәр күп кенә.

Сериалдарҙағы кеүек

Беҙ йыш ҡына телеканалдарҙа күрһәтелгән сериалдарҙа техник сараларҙы ҡыуып алып китеүҙәргә күнегеп тә бѳткәнбеҙ. Бындай хәлдәр районда ла әленән-әле күҙәтелә. Әйтәйек, ай уртаһында Айсыуаҡта йорт янында торған автомобиль ғәйеп булған. Ай аҙағында Ермолаевонан бер ир хәбәр итеүенсә, ҡәйнеше, иҫерек килеш, уның автомашинаһында рөсхәтһеҙ елдереп йѳрѳп еҙнәһен «шаяртҡан».

Нәмә генә урламайҙар

Ике аҙна эсендә район ауылдарында ете урлашыу осрағы теркәлгән. Бурҙар кешеләрҙең ниндәй генә матди байлығына хужа булырға тырышмай. Мәҫәлән, Ермолаеволағы Ватутин урамында урынлашҡан гараждан 50 мең һумға баһаланған 4 аккумлятор батареяһына, Совет урамында баҡса арбаһына, металға, Завод урамында бетон иҙмәһе әҙерләй торған һауытҡа «айыу майы һѳрткәндәр». Кинйәабыҙҙа бер йорттағы газ плитаһына, 1100 һум аҡсаға икенсе хужа табылған. Ә Арыҫлан-Әмәкәс ауылынан белдереүҙәренсә, тѳндә «КАМАЗ» маркалы автомашинаның багынан ҙур күләмдә солярка ағыҙып алғандар.

Итте кем нисек әҙерләй?

Күп кеше хәләл кѳсѳн, аҡсаһын түгеп ҡышҡылыҡҡа мал, ҡош-ҡорт һимертеп һуя йә әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта бәғзе берәүҙәр ит запасын еңел юл менән генә булдырырға тырыша. Уҙған айҙа күрше Күгәрсен районы ере менән сиктәш биләмәлә законһыҙ мышы атып алыу осрағы асыҡланған.

Мәҡәләне район полиция бүлегенән алынған мәғлүмәтте файҙаланып
Читайте нас: