Все новости
Яңылыҡтар
8 Декабря 2017, 16:48

ЙӘНЛЕ КИЛЕП СЫҠТЫ

Абдул ауылының «Шәмсетдин» мәсетендә бик матур сара-Мәүлит байрамы үтте.

Абдул ауылының «Шәмсетдин» мәсетендә бик матур сара-Мәүлит байрамы үтте.

Ауыл ағинәйҙәре бер нисә йыл рәттән был кисәне күберәк тыңлаусылар менән бик файҙалы, йөкмәткеле итеп үткәрә. Быйыл да ҡатын-ҡыҙ күп йыйылды.

Ағинәйҙәрҙең бурысы - ауылда мәҙәни-ағартыу эше алып барыу, ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге роле, уларҙың тормошо тураһында һөйләшеү, балалар тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһына таяныу маҡсаттары ҡуйыла. Мәүлит кисәһендә ауылыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйе Мининур Минһаж ҡыҙы Сәйфетдинова сығыш яһаны. Ул Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө, ғаиләһе, уның тарихы, уға булған хөрмәтебеҙ тураһында һөйләне. Бөтәбеҙ бергә салауаттар әйтеп, аяттар уҡыныҡ.

Мининур апай беҙгә дини китаптар бүләк итте, динебеҙҙе өйрәнеүҙәге үҙенең уңыштары менән бүлеште. Ул биш тапҡыр намаҙын ҡалдырмай, табындарҙа көр, моңло тауыш менән ҡөрьән уҡый. Һәр кемгә үҙенең кәңәштәре менән ярҙамға килә. Шулай уҡ халыҡ медицинаһынан миҫалдар килтереп, һәр кемегеҙ үҙенең һаулығы тураһында ҡайғыртығыҙ, тип нәсихәттәр бирҙе, рецептар өйрәтте. Йолаларҙы өйрәнеүҙә, үткәреүҙә уңыштар теләне, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һорауҙарына ысын күңелдән яуап бирҙе.

Ауылыбыҙҙа шундай уҡымышлы, хөрмәтле, өлгө булырлыҡ кешеләр барлығына шатбыҙ. Ысынлап та, йәнле һөйләшеү бик матур килеп сыҡты. Киләһе осрашыуыбыҙ, Алла бирһә, ғинуарҙа. Мөнәжәт әйтеүселәр ярышы буласаҡ. Кисәбеҙ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әҙерләп килтергән тәмле аш-һыу ризыҡтарынан торған сәй табыны менән тамамланды. Мининур апайыбыҙға ҙур рәхмәттәр әйтеп, уға һаулыҡ теләп, көр күңел менән бик һуң таралыштыҡ.

Зөлфирә УСМАНОВА
Абдул ауылы

Читайте нас: