Все новости
Яңылыҡтар
12 Декабря 2017, 14:37

3 ПРОЦЕНТҠА КҮБЕРӘК

Һәр нәмәнең үҙ тәртибе тигәндәй, районда малдарҙы ҡышҡы ҡураларға индереү, аҫырау үҙ яйына һалынды.

Һәр нәмәнең үҙ тәртибе тигәндәй, районда малдарҙы ҡышҡы ҡураларға индереү, аҫырау үҙ яйына һалынды.

Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш зоотехник Рәүеф Намаҙғолов әйтеүенсә, ҡыш һуңлабыраҡ килде. Шул сәбәпле малдарҙы һарайҙа ғына тотоп булмай, сығарып та йөрөтөргә тура килгән. Ә, дөйөм алғанда, барыһы ла һәйбәт. Мал аҙығы етерлек, запас тупланған.

- Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, һауым 3 процентҡа күберәк. Тик бөгөнгө көндә 1 кг 200 грамға төштө. Был ваҡытлыса ғына. Кисәге көнгә ҡарата һауым: Мәләүез фәнни-етештереү ойошмаһында – 8,3; Киров исемендәге хужалыҡта – 9,7; А7Агрола – 9; “Искра”ла – 12,5; “Түкән”дә – 10; КФХ Усмановта – 10 кг һөт, - ти Рәүеф Шәймарҙан улы.
Читайте нас: