Все новости
Яңылыҡтар
12 Декабря 2017, 14:36

БҮЛӘКТӘР ҘӘ БАР

23 декабрҙә “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында “Йөрәктән-йөрәккә” тип исемләнгән төбәк-ара осрашыу һәм ял итеү кисәһе үтәсәк.

23 декабрҙә “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында “Йөрәктән-йөрәккә” тип исемләнгән төбәк-ара осрашыу һәм ял итеү кисәһе үтәсәк. Яңы йыл алдынан рәхәтләнеп ял итеп, бейеп, күңел асҡан сарала Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа буласаҡ. Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура, Көйөргәҙе райондарынан һәм Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар араһында яңғыҙаҡтар үҙҙәренең икенсе яртыларын да табырҙар. Яңы йылды парлы үткәргегеҙ килһә, һис шикһеҙ, осрашыу кисәһенә рәхим итегеҙ. Сара сәғәт киске 6-ла буласаҡ, инеү хаҡы - 200 һум. Иң әүҙемдәрҙе бүләктәр көтә.
Читайте нас: