Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Уларға булышлыҡ итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 10 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Был йәһәттән республика тәжрибәһе федераль кимәлдә лә танылыу тапты.
– Шуға бәйле 2018 йылды Республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тәҡдимен индерәм. Әле минең ҡушыуым буйынса тейешле указ әҙерләнә. Был ҡарар быйыл ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү йәһәтенән Рәсәй Президенты иғлан иткән Балалыҡ ун йыллығы бурыстарына тулыһынса тап килә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Хөкүмәткә уны тормошҡа ашырыуға Ғаилә йылының төп сараларын әҙерләү, тейешле министрлыҡтарҙы һәм ведомстволарҙы, район һәм ҡала хакимиәттәрен, предприятиеларҙы, йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеү бурысы йөкмәтелә.