Все новости
Яңылыҡтар
15 Декабря 2017, 16:28

ҺАНДАР МЕНӘН БИК ҮК ДУҪ ТҮГЕЛДӘР

1 декабргә хәтлем һалымды түләп ҡуйырға кәрәк, әтеү пеняһы арта, тип әллә күпме яҙһаҡ та, районда һалым түләүселәр һаны бик аҙ булып сыҡты. Был турала түбәндәге һандар һөйләй.

1 декабргә хәтлем һалымды түләп ҡуйырға кәрәк, әтеү пеняһы арта, тип әллә күпме яҙһаҡ та, районда һалым түләүселәр һаны бик аҙ булып сыҡты. Был турала түбәндәге һандар һөйләй.

Яңыраҡ билдәле булыуынса, республика буйынса физик шәхестәрҙең мөлкәт, транспорт һәм ер өсөн һалымдары ни бары 55% ҡына (5,9 млрд һум) йыйылған. Беҙҙең районда был күрһәткес 38%. Шуның 45%-ы — транспорт, 32%-ы — ер, 54%-ы — мөлкәт һалымы. Шуны ла әйтергә кәрәк: ер һәм мөлкәт һалымы аҡсаһы районда тороп ҡала, ә транспорт өсөн йыйылған һалым республика бюджетына китә.

Сағыштырыу өсөн: Күгәрсен районында 54%, Мәләүез районында 58%, Федоровка районында 64% һалым йыйылған. Нишләп беҙҙең күрһәткес бик түбән һуң? Халыҡ шулай һалымын түләргә ашығып бармаймы икән?

Ауыл советтары буйынса күрһәткестәргә туҡталайыҡ.

Мораптал — 16%;

Шәбағыш — 32%;

Бахмут — 32%;

Яҡшымбәт — 37%;

Керәүле-Илюшкино — 42%;

Илкәнәй — 45%;

Зәк-Ишмәт — 49%;

Ермолаево — 52%;

Таймаҫ — 54%;

Свобода — 57%;

Ленин — 64%;

Отрада — билдәле түгел.

Күреүегеҙсә, улар араһында иң аҙ һалым йыйыусы Мораптал силсәүите булып сыға. Ни өсөн уларҙа һалым йыйыу һүлпән барған икәне менән ҡыҙыҡһынып, ауыл советы хакимиәтенә шылтыраттыҡ. Эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова: «Беҙҙең үҙебеҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса һалым түләүҙең күрһәткесе улай булырға тейеш түгел. Был һандар дөрөҫ түгел. Беҙҙә һалымдың 50%-тан ашыуы йыйылған булырға тейеш. Әлбиттә, квитанциялар менән проблемалар булды, әммә кемгә почта аша килмәгән, улар үҙҙәре юллап алды. Ҡайһы берәүҙәргә үҙебеҙ ҙә алып ҡайтып бирҙек. Әле райондың финанс идаралығына шылтыраттыҡ. Унан белеүебеҙсә, Мораптал силсәүитенә генә ер һалымы өсөн 7 млн 702 мең һум түләргә бурыс ҡуйғандар. Ә шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, беҙҙән күпкә ҙурыраҡ Ермолаево силсәүитенә 2 млн 206 мең, Яҡшымбәт силсәүитенә 1 млн 464 мең һум ғына һалым түләү бурысы ҡуйылған. Бына шуға ла беҙҙең проценттар әҙ күренә. Әле был эште финанс бүлеге менән тикшерәбеҙ», - тип аңлатты.

Ишембайҙа урынлашҡан һалым инспекцияһына ла шылтыратып белештек. Улар һәр ваҡыттағыса йә почта хеҙмәткәрҙәре квитанцияларҙы таратмай, йә Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы дөрөҫ мәғлүмәт бирмәй тип, башҡаларҙы ғәйепләүҙән ары китмәне.

Район хакимиәте башлығының иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Айрат Зөбәйеров та: «Һалым инспекцияһынан ошондай мәғлүмәттәр алғас, тикшерә башлағайныҡ, был мәғлүмәттәр дөрөҫ булмай сыҡты. Унда реаль булмаған һандар күрһәтелгән. Беҙҙең Көйөргәҙе районы буйынса ла, Күмертау буйынса ла түләй торған сумманы әллә күпмегә артыҡ күрһәткәндәр. Бына Мораптал силсәүитенә генә 2-3 райондың тиерлек һалымын сәпәп ҡуйғандар», - тигән аңлатма бирҙе.

Бына шулай хәлдәр. Ваҡытында һалым түләгеҙ, әтеү пеняғыҙҙы арттырабыҙ, тип ҡурҡытырға белһәләр ҙә, һалым инспекцияһында эшләгәндәр һандар менән бик үк дуҫ түгелдәрме икән ни? Дөрөҫ мәғлүмәт билдәле булғас, тағы был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.

Әйткәндәй, Күмертау ҡалаһы буйынса ла физик шәхестәрҙең һалымы буйынса мәғлүмәт алырға тырышып ҡарағайныҡ та, ниңәлер әйтмәнеләр улар, йәшерҙеләр.
Читайте нас: