Все новости
Яңылыҡтар
15 Декабря 2017, 16:30

АВТОЛАВКА ҠАЙТТЫ

Районға автолавка алып ҡайтырға тейештәр, тип август айында уҡ яҙғайныҡ. Хөкүмәтебеҙ бының өсөн республика бюджетынан 15 млн. һум аҡса бүлде һәм тәжрибә өсөн 10 районға 1-әр автолавка алырға булды. Көйөргәҙе районы ла шул иҫәптә ине.

Беҙ гәзиттә халыҡтан автолавка кәрәкме, кәрәкмәйме икәнен дә белешеп яҙғайныҡ. Уларҙың берәүһе бик кәрәк тиһә, икенселәре, кәрәге лә юҡ, файҙаһы ла булмаясаҡ, тип яуап биргәйне.

«Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәсимә Бабченко ла, автолавкалар ҡыуып йөрөтөүҙең фәтеүәһе юҡ, алып ҡайтҡан 100-300 тәңкә бензин хаҡын да ҡапламай, тип гел генә әйтә килә. Беҙҙең райондың 32 ауылында Райпо магазины бар, ә ҡалғандарында юҡ. Автолавкаларҙы күбеһенсә шәхси магазиндар булмаған Яңы Отрада, Юшатыр, Ямаш, Ҡунаҡбай, Знаменка, Холмогор кеүек ауылдарға ебәрергә тырышалар улар.

Бына, ниһайәт, күптән вәғәҙә ителгән автолавкалар республиканың 10 районына ҡайтты. Көйөргәҙе районы ла ошо көндәрҙә 1,5 млн һумлыҡ автолавкалы булды. Уның хужаһын табыу буйынса аукцион иғлан ителәсәк. Аукционды отҡан кеше бөтә районды аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тейеш. Тиҙҙән районыбыҙҙың магазиндары булмаған ауылдары халҡы рәхәтлеккә сығыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: