Тимербайҙар һәр ваҡыт юлдарҙың насар булыуына зарланып яҙа торғайны. Бигерәк тә, ямғырлы саҡтарҙа, батҡаҡ, йөрөп булмай, тип күп яҙҙылар. Бына әле: «Урам юлдары ялтлап тора, рәхәтләнеп йөрөргә була», - тигән шатлыҡлы хәбәр алдыҡ. Уларҙың шатлығына беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Юлдарығыҙ гел шулай таҡыр ғына булһын!