Все новости
Яңылыҡтар
15 Декабря 2017, 16:06

ТИПҺӘ ТИМЕР ӨҘӨРЛӨК САҒЫНДА…

Ирҙәрҙең кәре бөгөнгө заманда бик шәптән түгел, тиҙәр, әллә экология не то, әллә ваҡыты ауыр – депрессия, стресс-фәлән йоғонто яһай. Ә бына элекке ирҙәр, һуғышты үтһәләр ҙә, аслыҡ мәлендә саҡ тере ҡалһалар ҙа, был щепетильный һорауҙа мах бирмәй. Түбәндәге ваҡиға быға асыҡ дәлил.

Ирҙәрҙең кәре бөгөнгө заманда бик шәптән түгел, тиҙәр, әллә экология не то, әллә ваҡыты ауыр – депрессия, стресс-фәлән йоғонто яһай. Ә бына элекке ирҙәр, һуғышты үтһәләр ҙә, аслыҡ мәлендә саҡ тере ҡалһалар ҙа, был щепетильный һорауҙа мах бирмәй. Түбәндәге ваҡиға быға асыҡ дәлил.

Үткән йома кисендә 36 йәшлек ҡатын, ағалары менән бергә Ермолаевонан Молоканға юллана, кәйеф шәп, күңелде арыу ғына күтәреп алған компания мәжлес көҫәп китеп бара. Унда уларҙың таныштары – 86 йәшлек ҡарт йәшәй. Барып төшә былар теге бабай янына, кәйеф-сафа ҡороу дауам итә, бер заман йәш ирҙәр мунсаға китә (ниндәй байрам мунсаһыҙ булһын инде). Был ваҡытта йортта бабай һәм ҡатын ғына тороп ҡала. Улар араһында ни булған – береһе лә әйтә алмай, тик ҡатын һүҙҙәренсә, туҡһанға яҡынлаған бабай, дәрте ҡуҙғалып китеп, ҡатынды түшәккә һыуәйҙәләй башлай. Тик тегеһе баш тарта (ҡарт кеше тәҡдименән ғәрләндеме икән), бабайҙы туҡтатып алып булмай инде хәҙер, енси теләген донъялағы бер көс тә туҡтата алмай (Зигмунд Фрейд ҡарт та беҙгә ныҡлап секс көсө тураһында әйтеп ҡалдырҙы), ҡото алынған ҡатын бабайҙың арҡаһына ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә (ниңә арҡаһына, бабай уға алды менән килергә тейеш тә). Күпте күргән, йәшен дә йәшәгән бабай ғүмере менән ошолай насар хушлаша. Үлтереүҙе йәшереү өсөн гүзәл зат йортто йыуып-йыйыштырып сыға, бысаҡты быуаға ташлай. Әммә енәйәт барыбер асыла, бысаҡ та табыла. Хәҙер баш вата инде полиция: ҡатынды көсләргә маташҡанмы ысынлап та йөҙйәшәр ҡарт әллә был кеше үлтереүсенең үҙ хәлен еңеләйтеү өсөн уйлап табылған тарихмы? Ысынлап та, бабай дәртле булған икән һаман, был һоҡланыу тыуҙыра, шуға уның ошондай типһә тимер өҙөрлөк мәлендә теге донъяға китеп барыуы икеләтә йәлке. Шуныһы ғына: эскелек арҡаһында сираттағы үлемде күҙәтәбеҙ, кеше нисә йәше менән барһа ла тәбиғи үлем алып китергә тейеш, ә был үлем янында, етмәһә, йәнә бер ҡыйралған яҙмышты күрәбеҙ – ҡатын яҙмышын.
Читайте нас: