Все новости
Яңылыҡтар
19 Декабря 2017, 13:07

БЕҘҘЕ ЛАС-ВЕГАС ТИП УЙЛАҒАНДАР

Үткән һанда ғына районда физик шәхестәрҙең һалым түләү барышы менән таныштырғайныҡ. Беҙ унда һалым инспекцияһының һандар менән бик ныҡ яңылышыуын әйтеп үттек һәм артабан да был теманы күҙәтеп барып, мәғлүмәт бирергә вәғәҙә иткәйнек.

Бына әле яңы һандар ҙа билдәле булды. Район хакимиәте белгестәре был һандар менән буталыштың осона сыҡҡан. Һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең иҫәпләүҙәре буйынса, Көйөргәҙе районы халҡы ер, милек һәм транспорт өсөн барлығы 17 млн 765 мең һум түләргә тейеш булған. Аҙаҡтан инде уларҙың 8 млн 760 мең һумға яңылышҡандары асыҡлана. Шулай итеп, беҙҙең район барлығы 9 млн 5 мең һум һалым аҡсаһы йыйырға тейешле килеп сыға. Әлеге көндә был аҡсаларҙың 52%-ты йыйылған.

Силсәүиттәр буйынса, яңы иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, әлеге көндә Бахмут — 77, Ермолаево — 67, Илкәнәй — 64, Зәк-Ишмәт — 75, Керәүле — 58, Ленин — 81, Мораптал — 63, Отрада — 57, Свобода — 61, Таймаҫ — 63, Шәбағыш — 63, Яҡшымбәт — 46 процент һалымдарын йыйған.
Читайте нас: