Все новости
Яңылыҡтар
19 Декабря 2017, 13:11

КӨРӘШӘБЕҘ

Үткән аҙнала ҡала хакимиәтендә коррупцияға ҡаршы көрәш комиссияһының ултырышы уҙҙы.

Үткән аҙнала ҡала хакимиәтендә коррупцияға ҡаршы көрәш комиссияһының ултырышы уҙҙы. Кәңәшмәне комиссия рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев алып барҙы. Иң тәүҙә бюджет һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәт системаһына халыҡ түләүҙәре аҡсаларын, шул иҫәптән капиталь һәм ағымдағы ремонт эштәре өсөн бүленгән аҡсаларҙы рациональ тотоноу һорауҙары ҡаралды. Коррупцияға ҡаршы көрәш проблемалары, уны булдырмау юлдары мәсьәләләре лә тикшерелде. Бар темалар буйынса доклад һөйләүселәрҙе тыңлағас, комиссия 2018 йылға коррупцияға ҡаршы көрәш эше буйынса план төҙөнө. Был эшкә шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларын, ҡаланың йәмәғәт ойошмаларын, һөнәри белем биреү учреждениеларын, предприятиеларҙы ла йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
Читайте нас: