Юшатыр
-10 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Яңылыҡтар
19 Декабря 2017, 13:09

ӨС МАШИНА күмертауҙыҡы

«Моноҡалаларҙың комплекслы үҫеше» программаһы сиктәрендә Күмертау яңы тиҙ ярҙам машиналарына эйә буласаҡ.

«Моноҡалаларҙың комплекслы үҫеше» программаһы сиктәрендә Күмертау яңы тиҙ ярҙам машиналарына эйә буласаҡ.

Башҡортостан өсөн иң һуңғы заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған 27 яңы тиҙ медицина ярҙамы машиналары бүленгән. Машиналарҙың салондары иркен һәм медиктар туранан-тура водитель кабинаһынан салонға сыға алырлыҡ итеп эшләнгән. Шулай уҡ бында бик күп кенә иң кәрәкле тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ҡорамалдары урынлаштырылған.

Тиҙҙән Бәләбәй, Нефтекама, Благовещен, Күмертау, Белорет, Учалы кеүек моноҡалаларҙың һәр береһенә 3-әр машина тапшырыласаҡ. Ҡалған машиналар республиканың үҙәк район дауаханаларына таратыласаҡ, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас в