Все новости
Яңылыҡтар
19 Декабря 2017, 12:55

ЮЛ ӘҘЕР

Зәк-Ишмәт — Таймаҫ юлын ремонтлай башланылар, тип яҙғайныҡ декабрь башында.

Зәк-Ишмәт — Таймаҫ юлын ремонтлай башланылар, тип яҙғайныҡ декабрь башында. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был юл өсөн республиканан 10 миллион һум аҡса бүленде. Ошо көндәрҙә 3,8 км юл әҙер ҙә булды. План буйынса, ул 20 декабргә эшләнеп бөтөргә тейеш булһа ла, юл хеҙмәткәрҙәре эш тиҙлеген бер аҙ арттырып, алдараҡ бөттөләр. Субподрядсы булараҡ Азамат Яҡшыбаев етәкләгән «Лесагротранс» йәмғиәте ҡырсынташты Күгәрсен районынан ташыны. Алыҫ булһа ла, ҡыйбатыраҡҡа төшһә лә, булғас-булғас, юл сифатлы булһын, тип тырышты улар.
Читайте нас: