Все новости
Яңылыҡтар
22 Декабря 2017, 12:55

2019 ЙЫЛДА БАШЛАЯСАҠТАР

«Юшатыр» әллә ҡасан яҙып, хәҙер инде онотола башлаған тема бына әле йәнә ҡалҡып сыҡты. Европа-Ҡытай юлын әйтәбеҙ.

«Юшатыр» әллә ҡасан яҙып, хәҙер инде онотола башлаған тема бына әле йәнә ҡалҡып сыҡты. Европа-Ҡытай юлын әйтәбеҙ.

2019 йылда төҙөлә башлаясаҡ, ниһайәт, был трасса. Тамамланышы 2026 йылға планлаштырылған. Беҙҙә хатта түңәрәк өҫтәл дә булды был темаға. Ялсыҡай, Яҡшымбәт янынан үтергә тейеш был түләүле трасса, тинеләр. Төрлө фекер булды: кемеһе ҡыуанды юл үтеүгә (эш урындары була, туристар килә), икенсеһе ҡайғырҙы (бесән ере бөтә, малды бер яҡтан икенсе яҡҡа нисек ҡыуып сығарырға, етмәһә, теләһә ниндәй халыҡ килеп баҫһа, хуже була беҙгә). Тик беҙҙән генә, юлды һалайыҡмы, тип һорап торорҙармы икән, Мәскәү быны күптән хәл иткән инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: юлдың оҙонлоғо 8,5 мең км буласаҡ, шуның 2,3 меңе беҙҙең илдән үтә. Трассанан сәғәтенә 120 км елдерергә иҫәп тотола. Әлеге проектты тормошҡа ашырыу өсөн 812 млрд һум талап ителә. Тора-бара был сумма бер нисә тапҡыр үҫеп китмәһә инде, аппетит ашаған мәлдә уяна торған. Восточный космодромы, Зенит аренаһы менән тап шулай булды, юғиһә.
Читайте нас: