Все новости
Яңылыҡтар
22 Декабря 2017, 13:42

БАШЛАНДЫ!

Был аҙнала, шишәмбе көндө, Күмертау территориаль һайлау комиссияһы бинаһында «Киң мәғлүмәт саралары һайлауҙарҙа: 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарҙы мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеүҙә төбәк дәүләт ваҡытлы матбуғат баҫмаларының ҡатнашыуы» тигән темаға видеоселектор конференцияһы үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ойошторҙо.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙилов тағы бер тапҡыр алдағы йылдың мартында буласаҡ һайлауҙарҙа киң мәғлүмәт сараларының роле, уларҙы үткәреү регламенты тураһында ентекле һөйләп аңлатты. Аҙаҡ конференцияла ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.
Читайте нас: