Все новости
Яңылыҡтар
22 Декабря 2017, 12:49

БАЙРАМ ҠАйҒЫҒА ӘЙЛӘНМӘҺЕН

Яңы йыл байрамына бәйле күп урындарҙа күмәк кешеләрҙең ҡатнашлығында иртәлектәр, ял кисәләре, дискотекалар үтә. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тулы килеш үтәгәндә генә бындай сараларҙы йәрәхәттәрһеҙ, ялҡынһыҙ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, тыныс үткәрергә мөмкин.

Ундай ял-мәҙәни сараларын үткәреү өсөн иң беренсе сиратта учреждениелар директорҙары яуаплы. Яңы йыл сараһы алдынан учреждение директоры бар биналарҙы, эвакуациялау юлдарын, хәүефле осраҡта халыҡты сығарыу өсөн запас ишектең әҙер булыу-булмауын ентекләп тикшерергә тейеш.

Сара барған ваҡытта сәхнәлә, залда янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр дежур итә. Улар менән бер рәттән дежур уҡытыусы ла, класс етәкселәре лә, тәрбиәселәр ҙә сараның янғын хәүефһеҙлегенән тыш үтеүе өсөн берҙәй яуаплы. Ә бының өсөн уларға тулы аңлатыу эше, йәғни инструкция үткәреү мотлаҡ.
Читайте нас: