Все новости
Яңылыҡтар
22 Декабря 2017, 12:43

Криминаль хроника

Район биләмәһендә декабрҙең тәүге яртыһында полиция бүлегендә 26 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Шуларҙан 11-е административ хоҡуҡ боҙоуға, алтауһы юл-транспорт ваҡиғаһына, ә ѳсәүһе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан хәбәрҙәргә ҡарай.

Район биләмәһендә декабрҙең тәүге яртыһында полиция бүлегендә 26 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Шуларҙан 11-е административ хоҡуҡ боҙоуға, алтауһы юл-транспорт ваҡиғаһына, ә ѳсәүһе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан хәбәрҙәргә ҡарай.
Ѳйҙә лә, клуб янында ла ғауғалашалар
Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күбеһе бер ғаилә ағзалары йә туған-таныштар араһындағы талаш-тартыш, эскелек менән бәйле. Күптәрҙең ошондай ситуацияла икенсе шәхескә ҡарата кѳс ҡулланыуы, янауы бик тә хәүефле. Әйтәйек, Ермолаевоның 8 Март урамынан бер ҡатын хәбәр итеүенсә, уның ҡыҙы ѳйҙә даими рәүештә тауыш күтәрә икән. Район үҙәгенең шул уҡ урамынан хужабикә белдереүенсә, уның ире йыш ҡына иҫергәнсе спиртлы эсемлек ҡулланып, йортта ғауға ҡуптарыуҙы үҙ итеп алған. Ә Яҡшымбәттә вазифалы кеше икенсе шәхескә ҡарата физик кѳс ҡулланған, һѳҙѳмтәлә ул медицина ярҙамы алыр ѳсѳн Күмертауҙағы травмпунктҡа мѳрәжәғәт иткән. Декабрҙең 17-се кѳнѳндә Шәбағыш һәм Бахмуттан хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр клуб янында тауыш күтәргән, һуғыш ойошторған.
Болан һәм бағана менән тѳкөшәләр
6 юл-транспорт ваҡиғаһының дүртәүһендә автомобилдәр, үҙ-ара бәрелешеп, механик зарар алған, ә Молокан ауылына барған юлда автомашина болан менән тѳкөшөп кемдең кѳслѳрәк икәнен һынап ҡараған. Керәүле-Илюшкино ауылының Кѳньяҡ урамында бер шофер УАЗ маркалы автомобилдә, юлға һыймайынса, электр бағанаһының ныҡлығын тикшергән.
Сәнске ҡулланылған, ә бысаҡ әлегә юҡ
Шәхестәрҙең бер-береһе менән үҙ-ара мѳнәсәбәтте асыҡлағанда һалҡын ҡорал менән эш итеүе йә ҡурҡытыуы бигрәк тә хәүефле. Мәҫәлән, Ермолаевоның Ватутин урамында бер гүзәл зат икенсеһенең ҡолағына сәнске менән сәнскән. Ә Яңы Морапталда ҡатын-ҡыҙға элекке ире бысаҡ менән янаған.

Мәҡәләне район полиция бүлегенән алынған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып


Читайте нас: