Закон буйынса 60 йәше тулған саҡта 40 йыл стажы булған ирҙәргә хеҙмәт ветераны тигән дәрәжә бирелә. Прокурор тикшереүе буйынса хаҡлы ялдағы был ирҙең 42 йыл хеҙмәт стажы булған. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ни сәбәптәндер, уға был дәрәжәне биреүҙән баш тарта. Суд Күмертау кешеһенә хеҙмәт ветераны исемен бирергә тигән ҡарар сығара.