Все новости
Яңылыҡтар
22 Декабря 2017, 13:22

«ТОРЛАҠ — 2018»

2017 йылда Башҡортостанда барлығы 3770 янғын сығыу осрағы теркәлгән.

2017 йылда Башҡортостанда барлығы 3770 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Унда 217 кеше һәләк булған һәм 242 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Көйөргәҙе районында 27 янғын сыҡҡан, һәм 3 кеше был фажиғәләрҙең ҡорбаны булған, 5-әүһе тән яралары алған.

Барлыҡ янғын сығыу осраҡтарына тикшереү үткәреп, анализ яһағандан һуң, уларҙың күбеһе кеше йәшәгән урындарҙа сығыуы билдәле була. Ут, нигеҙҙә, халыҡтың ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәүе арҡаһында килеп сыға. Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре булып һаман да электр сымдарының төҙөк булмауы, газ һәм мейестәр менән дөрөҫ эш итмәү тора.

Барлыҡ ошо хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп, Көйөргәҙе районы Хакимиәте «Торлаҡ — 2018» профилактик операцияһын үткәрергә тигән ҡарар сығарҙы һәм уны үтәү өсөн киләһе йылға ойоштороу планы төҙөп, яуаплы кешеләрҙе билдәләп тә ҡуйҙы.
Читайте нас: