Все новости
Яңылыҡтар
22 Декабря 2017, 13:28

ТЫУҒАН ЯҠ СӘЛӘМДӘРЕ

Күмертауҙа «Тыуған яҡтан сәләм!» акцияһы бара.

Күмертауҙа «Тыуған яҡтан сәләм!» акцияһы бара. Унда төрлө ойошмалар ҡатнашып, ситтә хеҙмәт иткән һалдаттарға Яңы йыл менән ҡотлап, тәмле күстәнәсле посылкалар ебәрә. Акция декабрь аҙағына тиклем бара.

Был матур сараны ҡала хакимиәте Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә башҡара. Хәрби комиссариаттан алдан уҡ яҙ көнө әрмегә киткән һалдаттарҙың исемлеген алғандар. Әлеге көндә 50-нән ашыу тәмле күстәнәсле посылка һалдаттарға ебәрелгән дә инде.
Читайте нас: