Все новости
Яңылыҡтар
22 Декабря 2017, 12:47

УЙЫНСЫҠ ТҮГЕЛ

Һуңғы 10 йылда Яңы йыл ҡаршылағанда пиротехника ҡулланыу ғәҙәткә инеп китте.

Һуңғы 10 йылда Яңы йыл ҡаршылағанда пиротехника ҡулланыу ғәҙәткә инеп китте. Алама ғәҙәткә, тип әйтер инем хатта. Байрамды ҡыҙыҡлы итәм, тип уны олоһо ла, кесеһе лә һатып алырға тырыша. Шул ваҡытта һатыусылары ла ҡапыл күбәйеп китә. Тик улар, аҡса артынан ҡыуып, йыш ҡына йәш яғынан әле был пиротехниканы ҡуллана белмәгән балаларға, үҫмерҙәргә лә һаталар. Һөҙөмтәлә төрлө күңелһеҙ, трагик хәлдәр килеп сыға. Шуға күрә ололар пиротехника менән ныҡлап эш итә белмәгән балаларға байрамда уларҙы ҡулланыуҙы ышанып тапшырмаһындар ине, сөнки ул уйынсыҡ түгел.
Читайте нас: