Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Рәмил Наил улы Хайрутдинов ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары итеп күсерелде. Был хәрби комиссарҙың яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәтеүе өсөн уны яуаплыраҡ урынға тәғәйенләү менән аңлатыла. Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Борис Беляев Рәмил Наил улына Күмертауҙа эшләгән йылдары өсөн рәхмәт әйтте, яңы урындағы эшендә уңыштар теләне, уны Почет грамотаһы менән бүләкләне.