Зәк-Ишмәт ауылының бер түгел ике урамында — Мәктәп һәм Шәмсетдин Зәки урамдарында һыу торбалары тишелгән. Был торбаларҙы ремонтлар өсөн һыуҙы ҡаплап торорға мәжбүр булалар. Ауылда йәшәүсе Радик Фәтҡуллин, Мәғәфүр Бәширов, Хөрмәт Рәшитов һәм Камил Мөхәмәтйәновтарҙың бик әүҙем эше арҡаһында һыу торбалары ярты көн эсендә үк йүнәтелеп ҡуйыла.
Шулай уҡ Зәк-Ишмәттә 2018 йылға урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһының маҡсаттары тураһында ауыл халҡын йыйып һөйләшеү уҙғарылды. Халыҡ бер тауыштан киләһе йылда 1 300 метр оҙонлоғондағы Ш. Зәки урамының юлын ремонтларға ҡарар итте. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, был эш өсөн яҡынса 700 мең һум тирәһе аҡса талап ителәсәк. Ауыл халҡы һәр бер йорттан 500-әр һум аҡса йыйып, был программаға ярҙам итергә кәрәк буласағы хаҡында ла әйтте.