Все новости
Яңылыҡтар
29 Декабря 2017, 16:57

ҠАҘЫ ҺОҒОНДОРОША АЛМАНЫЛАР

Яңы йылды үткәреү, тәү сиратта, кәйеф-сафа ҡороу, ашап-эсеүгә ҡайтып ҡала.

Яңы йылды үткәреү, тәү сиратта, кәйеф-сафа ҡороу, ашап-эсеүгә ҡайтып ҡала. Ә ниндәй өҫтәлде һеҙ итһеҙ күҙ алдына килтерә алаһығыҙ? Тик аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ныҡ артты, өҫтәүенә ҡураңда малдар ҙа ишле булмаһа, нишләргә? Ит ашамай, ҡаҙы һоғонмай, ҡарта ауыҙ итмәй үткәреп булмай бит байрамды. Ошолай уйлапмы, Көйөргәҙе районында йәшәүсе ике әшнә – 33 һәм 45 йәшлек ирҙәр, һәр береһенә берәр булһын типтер, бер кешенең ике атын урлай. Хужа дөлдөлдәренең Аҡбуҙатҡа әйләнеп ҡайҙалыр осҡанын белгәс тә полицияға хәбәр итә. Ат ҡараҡтарының тәжрибәһе бик булманымы икән, тиҙ эләгәләр погонлылар ҡулына. Хәҙер уларға өйҙәрендә Яңы йыл кисендә бер-береһенә ҡаҙы ғына һоғондороп ултыраһы урынға башҡа ерҙә кәбеҫтә һурпаһы менән мөрхәтһенергә ҡалғандыр, моғайын.
Читайте нас: