«Берҙәм Рәсәй» партияһы «Рәсәй ауылы» проекты сиктәрендә һүрәттәр конкурсы иғлан иткәйне. Бында һәммәһе 318 бала ҡатнашҡан. Ойоштороусылар әйтеүенсә, балаларҙың һәр рәсеме үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы булған. Бәйге һөҙөмтәһе 7-10 һәм 11-17 йәшлек балалар араһында ике категория буйынса билдәләнгән. Тап бына өлкәнерәк конкурсанттар араһында беҙҙең район уҡыусыһы Арина Ишбулатова беренсе урынды яулаған. Уны, барса еңеүселәр кеүек үк диплом, бүләк көтә. Ә ата-әсәһе һәм уны әҙерләгән уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.