Все новости
Яңылыҡтар
29 Декабря 2017, 16:55

КҮМЕРТАУҘАР «БАБИЧ»ТЫ ҠАРАЙ

Күмертауҙа режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» исемле нәфис фильмын ҡарау бара.

Күмертауҙа режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» исемле нәфис фильмын ҡарау бара. Уның төп геройы – уҙған быуат башындағы башҡорт халҡының сағыу ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, талантлы шағиры Шәйехзада Бабич. Фильм режиссерҙың үҙе менән килешеү нигеҙендә күрһәтелә. Фильм ноябрь-декабрҙә студенттар өсөн Үҙәк ҡала китапханаһында, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр өсөн 3- сө БРГИ-ла, М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәптә күрһәтелде. Әлеге ваҡытта Республика политехник лицей -интератында фильмды ҡарауға әҙерлек бара. «Бабич» картинаһын коллектив ҡарау өсөн Күмертау ҡалаһы ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты йәки Үҙәк ҡала китапханаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: