Все новости
Яңылыҡтар
29 Декабря 2017, 16:59

КҮМЕРТАУ ИҢ ЯҠШЫҺЫ

Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабының «Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү» номинацияһы еңеүселәрен ҡотланылар.

БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин әйтеүенсә, конкурс комиссияһына 35 муниципаль практика заявка бирә. «Уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ. Был сара халыҡтың үҙенең инициативаһы һәм уларҙың әүҙем ҡатнашлығы арҡаһында үткәрелә. 35 ҡатнашыусы араһынан 9 еңеүсе билдәләнде», - тине ул.

Ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре араһында Күмертау ҡалаһы 1-се урын яуланы. 2-се урынды Стәрлетамаҡ менән Ишембай, 3-сө урынды Өфө менән Туймазы ҡалалары бүлеште.

Еңеүселәр БР Хөкүмәте дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Премияның дөйөм суммаһы 10 млн һум тәшкил итә.
Читайте нас: